Точный текст песни
Авто
© Cоставитель:
± Темп (BPM): ♩ = 103 удара в минуту
Тамырҙарым минең һорай — Йәнем дә, ҡаным да һорай, Боронғо хәтер һорай — Кем була ул Һомай? Һомаҙың әсәһе — Ҡояш, Йәншишмәлә индергән, Атаһы уның — Самрау, Яҡшыға күндергән. Аҡбуҙат та, алмас ҡылыс — Һаҡлар булған да тик Һомай, Йәншишмәгә лә юлды, Белгән дә тик Һомай. Сит-яттарға ла бармаған, Ил йолаһын боҙмаған, Тоғро улан үҫтергән — Бәхет ҡошо Һомай! Беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары — Һомайҙың йондоҙҙары, Йәншишмәнең һыу юлы — Һеҙҙең йәнгә яҙылған. Беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары — Һомайҙың йондоҙҙары, Йәншишмәнең һыу юлы — Һеҙҙең йәнгә яҙылған. Беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары — Һомайҙың йондоҙҙары, Йәншишмәнең һыу юлы — Һеҙҙең йәнгә яҙылған. Беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары — Һомайҙың йондоҙҙары, Йәншишмәнең һыу юлы — Һеҙҙең йәнгә яҙылған. Беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары — Һомайҙың йондоҙҙары, Йәншишмәнең һыу юлы — Һеҙҙең йәнгә яҙылған. Беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары — Һомайҙың йондоҙҙары, Йәншишмәнең һыу юлы — Һеҙҙең йәнгә яҙылған.